Урал аръяғы программа буйынса үҫешә

Башҡортостанда Урал аръяғын үҫтереү буйынса оҙайлы программа ҡабул ителә. Республика хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ТАСС агентлығына интервьюла шул турала белдерҙе. Яңы программа 2030 йылға тиклем иҫәпләнә. Әле республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарында 16 миллиард һумға 115 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. 2024 йылғаса төбәктә ҙур сәнәғәт проекттарына 111 миллиард һум йәлеп итеү ҡарала.