Ил хөкүмәте киләһе йылдағы ял көндәрен билдәләне

Документҡа ярашлы, Яңы йыл каникулы 10 көн була. 23 февраль, Ватанды һаҡлаусылар көнөндә бер көн ял ҡаралған. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә 3 көн ял итәбеҙ. Яҙ һәм хеҙмәт байрамы, Еңеү көнө, Рәсәй көнө уйынан да өсәр көн ял була. Шулай уҡ ноябрь айында байрам ҡаралған. Башҡортостанда бынан тыш мосолман байрамдарында ял ҡаралған.