Башҡортостанда 1 миллион 400 мең тирәһе автомобиль хужаһының тикшереүҙән азат ителеүе ихтимал. Дәүләт Думаһы закон проектына үҙгәрештәр әҙерләй. Мотлаҡ техник тикшереүҙе бөтөрөү сираттарҙы кәметергә һәм станциялар эшен еңеләйтергә булышлыҡ итәсәк. Әле илдә йылына 30 миллионға тиклем техник тикшереү эшләнә. Ҡанун проекты ҡабул ителһә, был һан йылына 6-8 миллионға ҡалыуы мөмкин.