Халыҡ берҙәмлегенә 125 миллион бүленә

Башҡортостанда халыҡ берҙәмлеге 125 миллион һум менән нығытыла. Дәүләт программаһы үтәлеше өсөн шундай сумма бүленгән. Аҡса Республика халыҡтары ассамблеяһы съезын уҙғарыу, Халыҡ берҙәмлеге көнө,  Рәсәй  һәм Башҡортостан көндәрен уҙғарыуға тотонола. Шулай уҡ  башҡа төбәктәрҙә  Республика  мәҙәниәте көндәрен уҙғарыуға  сығымдар ҡаралған.