Һайлау барышын күҙәтеү буйынса йәмәғәт үҙәге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры бинаһында урынлашҡан. Республикалағы бөтә һайлау участкаларына видеокамера ҡуйылған. Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелов:
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтҺайлау барышын күҙәтеү буйынса йәмәғәт үҙәге иртәнге сәғәт 8-ҙә эшләй башланы һәм 19 сентябргә тиклем тәүлек әйләнәһе асыҡ була. Унда ҙур экрандар ҡуйылған. Һайлау участкаларында урынлаштырылған видеокамераларҙан тура трансляция алып барыла. Һайлау барышын күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабы етәксеһе Ольга Панчихина:
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЙәмәғәт үҙәгендә участкаларҙа тауыш биреү барышын күҙәтергә теләүселәр бер көн алдан ғариза бирергә тейеш. Уның раҫланған өлгөһө Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы сайтында урынлаштырылған.