Андрей Назаров: “Дәүләт Думаһына һайлау – мөһим сәйәси ваҡиға”

    Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров та гражданлыҡ бурысын үтәне. Ул Дәүләт Думаһына һайлау – мөһим сәйәси ваҡиға, тип белдерҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

    Республикала 3 мең 403 һайлау участкаһы эшләй. Дауахана, төрмә, шифахана һәм ҡарттар йортонда ла тауыш биреү урындары булдырылған. Башҡортостанда халыҡ Дәүләт Думаһына, өс округ буйынса Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға, шулай уҡ ҡала, район һәм ауыл советтарына депутаттар өсөн тауыш бирә.