Бөгөн илдә Дәүләт Думаһына һайлау башланды

Һайлау участкалары өс көн буйына иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем асыҡ була. Башҡортостанда барлығы 69 төбәк һайлау комиссияһы, 3403 участка һайлау комиссияһы эшләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Өфөнөң 185-се һайлау участкаһы иртәнге сәғәт 8-ҙә үҙенең тәүге һайлаусыларын ҡабул итте. Бында 800-ҙән ашыу кеше беркетелгән, уларҙың 20-нән күберәге гражданлыҡ бурысын тәүге тапҡыр үтәгән йәштәр. Сәйәси компанияның барышы хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Һайлау участкаһы иитәнге һигеҙҙә асылһа ла, залда алдан уҡ эш ҡайнай. Участка ағзалары адрестар буйынса бүленгән исемлектәрҙе тағы бер тапҡыр тикшереп сыға, бюллетендәрҙе тәртипкә килтерә. Был юлы һайлау участкаһы яңы бинаға күскән. Трамвай депоһынан-хореография кооледжына. Уҡыу йортоноң сәхнәһе бөгөн тауыш биреү майҙанына әүерелгән.

Шуға бөгөн тәүге һайлаусылар сафында уҡыу йортоноң педагогтары һәм студенттары күп. Динә Фәтҡолова әйтеүенсә, йәштәр тауыш бирергә ҙур теләк менән килә, сөнки әлеге быуындың сәйәси әүҙемлеге бик юғары.

Ғәҙәттәгесә һайлауға иртән үк килгәндәр араһында оло быуын вәкилдәре лә байтаҡ, улар тауыш биреүгә байрамға кеүек йөрөп өйрәнгән.

Ингән ерҙә ирекмәндәр эшләй, улар һайлаусыларҙың температураһын тикшерә, ҡулдарын зарарһыҙландырыу шыйыҡсаһы менән эшкәртергә тәҡдим итә. Тауыш биреүселәр фекеренсә, бар уңайлыҡтар тыуҙырылған, килеп гражданлыҡ бурысыңды үтәү генә мотлаҡ.

Залда төрлө сәйәси фирҡәләрҙең күҙәтеүселәре лә эшләй. Улар белдереүенсә, әлегә етешһеҙлектәр теркәлмгән. Сәйәси компания бар ҡануни талаптарға ярашлы бара.

Рәмзиә Кәримова