Премьер-министр Андрей Назаров һайлауҙың тәүге көнөндә үк гражданлыҡ бурысын үтәне

Хөкүмәт етәксеһе баш ҡаланың "Башҡортостан" дәүләт концерт залында урынлашҡан 109-сы һайлау участкаһында тауыш бирҙе. Үҙенең эш көнөн һайлау участкаһынан башлауын Андрей Назаров ил киләсәге оло яуаплылыҡ тойоуы менән аңлатты.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ошо уҡ участкала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев та тауыш бирҙе. Парламент спикеры һайлаусылар менән аралашып журналистарҙың һорауҙарфына яуап бирҙе.

Өфөнөң 3-сө гимназияһында урынлашҡан 107-се һайлау участкаһында ла иртәнән йәнлелек тойола. Һайлау участкаһында барлыҡ санитар талаптар ҡәтғи үтәлә. Тәүге һайлаусылар араһында Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов та бар ине. Уның әйтеүенсә, һайлауҙың өс көн дауам итеүе бик уңайлы һәм һәр кемгә гражданлыҡ бурысын үтәгәндән һуң ял көндәрен файҙалы үткәреү мөмкинлеге бирә.

Гөлдәриә Йосопова