Урындағы халыҡта ил киләсәге өсөн яуаплылыҡ көслө. Ейәнсура районында ла иртәнге һигеҙҙән һайлау участкалары асылды. Төбәктә тауыш биреү барышын БЮТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин күҙәтә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтФәнзил Ейәнсура агросәнәғәт колледжының 4-се курс студенты быйыл беренсе тапҡыр һайлауҙа ҡатнаша.Яңыраҡ ҡына 18 йәшен тултырған егет ил киләсәге өсөн яуаплылыҡ тойоуын йәшермәй.
1930сы һайлау участкаһында 988 һайлаусы иҫәпләнә. Тауыш биреү пандемия шарттарында үтә.Һайлаусыларҙың именлеген тьәмин итеү өсөн санитар-эпидемиология ҡағиҙәләре теүәл үтәлә.
Ейәнсурала йәш быуынға үрнәк булырҙай шәхестәр ҙә байтаҡ.Шуларҙың береһе 87 йәшлек Михаил Мазин. 70 йыл дауамында бер генә лә һайлауҙан ҡалғаным булманы ти ул.Тауышын аңлы рәүештә кандидаттар һәм сәйәси партияларҙың программаларын ентекләп өйрәнгәндән һуң ғына бирә.
Ейәнсура районында 59 һайлау участкаһы иҫәпләнә.Уларҙың барыһында ла гражданлыҡ бурысын үтәү өсөн тейешле шарттар булдырылған.
Ейәнсурала сәйәси яҡтан әүҙем халыҡ йәшәй. Мәҫәлән 2019 йылда уҙған һайлауҙа төбәктә теркәлгән тауыш биреүселәрҙең 80 проценттан ашыуы гражданлыҡ бурысы үтәгән. Әлеге һайлауҙың тәүге көнөндә күрһәтелгән әүҙемлектән сығып быйыл да һайлауҙа ҡатнашыусылар күрһәткестәре кәм булмаҫ тигән ышаныс ҙур.
Рафиҡ Әхмәтшин