Ауырғазы районында 96 йәшлек ветеран Шәриф Мөсәғитов иң тәүгеләрҙән булып һайланы

Участка һайлау комиссияһы ағзалары ҡайһы бер граждандарҙың өйҙәренә килә. Бындай хоҡуҡ менән өлкән йәштәгеләр, сәләмәтлеге буйынса сикләнгәндәр, ғөмүмән, ярҙамға мохтаж барлыҡ кешеләр ҙә файҙалана ала.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Был тәжрибә Башҡортостан төбәктәрендә беренсе йыл ғына ҡулланылмай. Теманың дауамы БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән репортажда.

Бөгөн Башҡортостанда 3 меңдән ашыу даими һәм дауахана, шифахана, тикшереү изоляторҙарында урынлашҡан 39 ваҡытлыса һайлау участалары үҙ ишектәрен асты. Ғафури районы «Красноусол» шифаханаһында урынлашҡан 1670-се тауыш биреү участкаһында исемлек буйынса 778 кеше теркәлгән. Шулай уҡ ситтән килгән ял итеүселәргә лә тауыш бирергә рөхсәт ителгән. Бында сейф-пакеттар өсөн махсус урын, видео яҙҙырыусы ҡоролмалар урынлаштырылған, санитар талаптар ҙа теүәл үтәлә.

Алда тағы ике тауыш биреү көнө булыуға ҡарамаҫтан Красноусол ауылының 1665-се участаһы асылыу менән байтаҡ кешеләр гражданлыҡ бурысын үтәргә килгән. Уларҙың барыһы ла яҡшыға һәм яҡты киләсәккә өмөтләнә.

Ғафури районында граждандарға 4 бюллетень бирелә. Улар ил парламентына, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 29-сы Талбазы округына һәм район советына депутаттарына тауыш бирә.

Ошо уҡ һайлау участкаһы ҡарамағында инвалид коляскаһында ултырыусы 75 йәшлек Рауил Хәмит улы йәшәй. Уның өсөн өсөнсө йыл рәттән өйҙә тауыш биреү ойошторолдо.

Иртәнге сәғәттәрҙә үк Ауырғазы районының иң ҙур һайлау учаскаһында ла халыҡ әүҙем йыйылды. 979сы участкаһы асылыу менән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 96 йәшлек Шәриф Ғәле улы гражданлыҡ бурысын үтәне.

Алда тағы ике һайлау көнө бар. Бөгөн участалар киске сәғәт һигеҙгә тиклем эшләйәсәк. Аҙаҡ тамға ҡуйылған бюллетендәр махсус сейф пакеттарға һалына. Улар 19 сентябрь тауыштарҙы һанау ваҡытында асыласаҡ.

Әлфинә Килдейәрова