Иң мәргән һәм етеҙҙәр Башҡортостанда асыҡлана

Өфөлә йәш үҫмерҙәр араһында йәйге биатлон буйынса Рәсәй чемпионаты башланды. Ярыштарҙы асыу тантанаһында республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Үҙ көсөн һынап ҡарау өсөн башҡалаға илдең 29 төбәгенән 162 спортсы килде.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Быйылғы чемпионат «Биатлон» спорт-һауыҡтырыу комплексының 20 йыллығы менән дә тап килде. Атыусы саңғысылар тәүгеләрҙән булып яңыртылған стадионды һынап ҡараны. Сөнки быйыл йәй комплекста күләмле реконструкция эштәре башҡарылды.

Чемпионатты асыу тантанаһынан һуң командалар күнекмәләр уҙғарҙы. Тәүге уҙыштар иртәгә башлана. Ҡыҙҙар 12 ярым, ә егеттәр 15 саҡрымд дистанцияла көслөләрҙе асыҡласаҡ.

Илдар Байбулатов