“Салауат Юлаев” иң көслө команда тип аталды

Континенталь хоккей лигаһы командаларҙың сираттағы көс индексы рейтингын иғлан итте. “Салауат Юлаев” клубы был юлы ла исемлектә беренсе ҡуйылған. Юлаевсылар 6 уйын уҙғарып, алтыһында ла еңеү яуланы. Рейтингта Мәскәүҙән “Динамо” менән Екатеринбургтан “Автомобилист” командалары икенсе-өсөнсө урындарҙы бүлешә. Киләһе уйынын “Салауат Юлаев” иртәгә үҙ майҙанында Минскиҙан “Динамо” менән үткәрә.