Башҡортостанда һайлауҙар тыныс шарттарҙа үтә. Бөгөн йәмәғәт матбуғат үҙәгендә ойошторолған брифингта Европа парламенты вәкиле Мирослав Радачовски ошо турала белдерҙе. Ул Словакиянан. 30 йылға яҡын судья булып эшләгән. “Епропа парламентында депуттары алдан уҡ Рәсәйҙә һайлауҙарҙың ғәҙел уҙмаясағы хаҡында билдәләне. Бында килеп барыһы ла киреһенсә икәнлегенә инандым”, тине Мирослав Радачовски. Мирослав Радачовски әйтеүенсә, уның атаһы – Икенсе Донъя һуғышында ҡатнашҡан. Ул Совет Армияһы составында алышҡан һәм бик күп Европа ҡалаларын фашизмдан азат иткән. “Минең өсөн Рәсәйҙә, Өфөлә булыу – ҙур ғорурлыҡ”, тип белдерҙе Европа парламенты вәкиле.