Әле резиденттар исемлегендә 18 компания иҫәпләнә, улар 16 миллиард һумға яҡын инвестиция һалырға ниәтләй. Был турала Башҡортостан башлығы бөгөн төбәккә эш сәфәре барышында белдерҙе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРадий Хәбиров ҡалала сәнәғәт обьекттарынан тыш социаль учреждениеларҙа ла булды. Ҡала көнөн билдәләгән Благовещендарҙың уңыштары һәм киләсәккә пландары менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова ла ҡыҙыҡһынды.
Был балалар баҡсаһын әкиәт ҡаласығы менән генә сағыштырырға мөмкин. Яҡты, сағыу, иркен. Ә иң мөһиме мәктәпкәсә учреждение заманса итеп йыһазландырылған, бында кескәйҙәр өсөн тулы шарттар ҡаралған. 220 урынға иҫпәләнгән обьект «Демография» милли проекты сиктәрендә сафҡа индерелгән. Ул Благовещенда балалар баҡсаһына булған ихтыяжды тулыһынса ҡаплаған. Бында физик мөмкинлеге сикләнгән кескәйҙәр өсөн дә уңайлыҡтар булдырылған.
Демьян Бедный урамындағы был ихата иһә «Башҡортостан ихаталары» программаһы сиктәрендә төҙөкләндерелгән. Был майҙанды төҙөкләндереү бурысын Радий Хәбиров Благовещенға 2019 йылдағы эш сәфәре барышында ҡуйғайны. Әле биләмәлә яҡтыртыу ҡоролмалары урынлаштырылған, балалар, спорт майҙансыҡтары урын алған.
Благовещен бөгөн ҡала көнөн дә билдәләй. Ошо уңайҙан үҙәк майҙанда төбәктең үҫеш мөкинлектәренә арналған күргәҙмә ойошторолған. Мәҫәлән «Полиэф» компанияһы ҡояш электростанцияһын төҙөй башлаған. 8 гектар майҙанды биләгән һәм 5 мегаватҡа яҡын ҡеүәте булған обьектты киләһе йыл файҙаланыуға тапшырыу ҡарала.
Благовещен ике йылдан ашыу йылдам үҫеш билмәһе тип тә иҫәпләнә. Әле резиденттар һаны 20-гә яҡын. Иң төп инвенсторҙарҙан Мобиль конструкциялар заводын, Уралтехнострой корпорацияһын билдәләп үтергә мөмкин. Тәүгеһе диңгеҙ контейнерҙары сығарыу буйынса завод төҙөргә, икенсеһе нефть-газ тармағына иҫәпләү ҡоролмалары эшләргә ниәтләй.
Үҙәк майҙанда социаль эшҡыуарҙар ҙа күргәҙмә ҡуйған. Һуңғы өс йылда Благовещенда 49 социаль проект тормошҡа ашырылған, 200-гә яҡын эш урыны булдырылған. Мәҫәлән, мәғариф ветераны Гөлшат Имаметдинова хаҡлы ялға сыҡҡас ҡул эштәре менән шөғөлләнә башлаған.
Республика башлығы Благовещен арматура заводында ла булды. Тарихи предприятиеға нигеҙ һалыныуға 265 йыл. Радий Хәбировтың завод етәкселеге менән осрашыуында һүҙ етештереү ҡеүәттәрен арттырыу, донъяуи баҙарҙа тотҡан урынды нығытыу хаҡында барҙы.
Киләсәктә Благовещен ҡалаһының йөҙөн дә үҙгәреш көтә. Ҡала уртаһындағы быуа 200 йылдан ашыу иғтибарҙан ситтә ҡалған була, уны үлән баҫа. Әле һыу киптерелгән, быуаның төбөн тәрәнәйтеү, ылымыҡтан таҙартыу бара.
Рәмзиә Кәримова