Ҡырмыҫҡалы районында тәүге көндә туғыҙ меңдән ашыу кеше һайлауға килгән

Ҡырмыҫҡалы районында 49 һайлау участкаһы эшләй, тәүге көндә туғыҙ меңдән ашыу кеше гражданлыҡ бурысын үтәгән. Иң күп тауыш биреүселәр Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге һайлау участкаһынан. Легендар генералдың тыуған ауылында ойошторолған сәйәси кампания менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғырағандан һуң, Миңлеғәле Шайморатов исемендәге һайлау участкаһы комиссияһы тынғыһыҙ эш режимына сумды. Халыҡҡа өс төр бюллетень таратыла. Быйыл Дәүләт Думаһынан тыш, Ҡырмыҫҡалы район Советы составында ла яңы йөҙҙәр буласаҡ.

Тыл хеҙмәтсәне Әфҡәт Ниғмәтуллин ун һигеҙ йәше тулып, етенсе синыфҡа барғанда тәүге тапҡыр һайлауҙа ҡатнашҡан. Аслыҡ-яланғаслыҡ йылдарын үткәнгәлер, һынмаҫ рухлы, талапсан, республика, ил киләсәгенә лә битараф түгел. Сираттағы сәйәси кампанияла ул йәмәғәт күҙәтеүсеһе булараҡ сығыш яһай.

2316-сы һайлау участкаһына теүәл ете йыл элек Рәсәй геройы Миңлеғәле Шайморатов исеме бирелгәйне. Тауыш бирергә килеүселәр мәҙәниәт йортоноң күргәҙмә залына инеп, тарихи атмосфераға эләгә, яҡташ батыры өсөн йәнә ғорурлыҡ тойғоһо кисерә. Стенала легендар 112-се башҡорт атлы дивизияһының яу юлы һүрәтләнгән.

Участка республика кимәлендә өлгөлө һанала. Сәйәси кампаниялар һәр ваҡыт ойошҡан, тыныс шарттарҙа үтә. Бында күрше Варшавка һәм Тауһеңер ауылдары халҡы ла һайлауға йөрөй.

Легендар генерал Миңлеғәле Шайморатов исемендәге һайлау участкаһында ете йөҙҙән ашыу кеше тауыш биреү хоҡуғына эйә, комиссия ағзалары граждандарҙың әүҙемлеге кәмендә 95 процент булыр тип ышана. Ауыл мәҙәниәт йорто алдында иртәгә айырыуса байрам атмосфераһы буласаҡ. Урындағы халыҡ өсөн концерт, ауыл хужалығы йәрминкәһе һәм ҡул эштәре күргәҙмәһе әҙерләнә.

Гөлназ Хәйбуллина