Башҡортостанда юлда булыусыларҙың да тауыш биреү мөмкинлеге бар

Бының өсөн Өфө тимер юл вокзалында ваҡытлы 425-се һайлау участкаһы эшләй. Унда беркетмә танытмалары булған алыҫ араға юлға сығыусы һәм Өфө аша транзит менән үтеүсе пассажирҙар, шулай уҡ төнгө йәки көндөҙгө сменала эшләүсе тимер юл хеҙмәткәрҙәре тауыш бирә. Ентекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Нәфисә Ниғмәтуллина Өфө тимер юл вокзалында диктор булып 20 йылдан ашыу эшләй. Һайлау өс көн булыуға ҡарамаҫтан, гражданлыҡ бурысын ул эшендә урынлашҡан һайлау участкаһында үтергә тырыша. Бының өсөн алдан ғариза яҙып, беркетеү ҡағыҙын алған.

Конституцион хоҡуғыңды үтәгәндән һуң, тыныс күңел менән сәйәхәт итергә була. Һайлау көндәрендә юлда булыусылар өсөн Өфө тимер юл вокзалында урынлашҡан 425-се һайлау учасчткаһы эшләй. Алдан яҙған ғариза нигеҙендә 139 пассажир һәм тимер юл вокзалы хеҙмәткәрҙәре бында тауыш биреү теләген белдергән.

Ваҡытлыса һайлау урыны икенсе ҡатта урынлашҡан. Әлеге ваҡытта тауыш биреү уңайлыҡтары менән 40-ҡа яҡын кеше ҡулланған. Көн аҙағына тиклем һәм иртәгә юлда булған һайлаусылар әүҙемлек күрһәтер, тигән ниәттә комиссия ағзалары.

Һайлау участкаһына ингән урында шәхси һаҡланыу саралары - битлек, бирсәткә, ручка бирелә. Шулай уҡ һайлаусыларҙың температураһы үлсәнә. Тауыш биргән һәр кем «Рәхмәт» акцияһында ҡатнашыусыһы була. Махсус беләҙек ярҙамында ташламалар алырға мөмкин.

Әлфинә Килдейәрова