Тауыш бирергә һәр кем хаҡлы...

Республика һайлау участкаларында ауыр тормош хәленә эләккән, мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн шарттар булдырылған. Республика халыҡ ижады үҙәге һәм медицина колледжы бинаһында ярҙамға мохтаж шәхестәргә брайль шрифттары менән яҙылған бюллетендәр һәм башҡа уңайлыҡтар тәҡдим ителде. Тулыраҡ мәғлүәмт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бала-сағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килгән Рәмил Рәжәпов 18 йәшенән алып һайлауҙарға йөрөй. Аслыҡ михнәттәрен яҡшы хәтерләгән 81 йәшлек ветеран тауыш биреүгә балаларын да йәлеп иткән. Йәмғиәттең киләсәге һәм ил үҫеше өсөн һәр тауыш мөһим һәм кәркәле тип белдерҙе Рәмил Рәжәпов.

Өфөнөң 112-се һайлау участкаһында баш ҡаланың Киров районында йәшәүселәр тауыш бирҙе. Һайлау комиссияһы ағзалары граждандар араһында өлкән йәштәге шәхестәр, йәш быуын вәкилдәре лә булды тип билдәләне.

112-се һайлау участкаһы сәләмәтлеге менән бәйле ҡатмарлыҡтар кисергән граждандар өсөн йыһазландырылған. Тауыш биреүселәр өсөн пандустар, коляска һәм таяҡтар ҡаралған.

Медицина колледжы бинаһында ла брайль шрифты менән яҙылған бюллентендәр таратылды. Насар күргән шәхестәр күңеленә яҡын кандиттар өсөн тауыш бирҙе. Рәсми теркәү урыны булмаған граждандар ҙа мөһим сәйәси саранан ситтә ҡалманы. Ауыр тормош хәленә эләгеп социаль үҙәктәрҙә йәшәүселәргә лә тауыш биреү мөмкинлеге тыуҙы.

Дөйөм алғанда һайлауҙарҙың икенсе көнөндә лә граждандар юғары әүҙемлек күрһәтеп тауыш бирҙе. Белгестәр фараздары буйынса йәкшәмбе көндө лә гражданлыҡ бурысын үтәргә теләүселәр байтаҡ буласаҡ тип көтөлә.

Флорида Ким