Бындай ҡаҙанышҡа ул «Химки» командаһы менән осрашыуҙа өлгәште. Хәҙер яҡташыбыҙ иҫәбендә 8 гол.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтИл чемпионатының сираттағы турында Гамид Агаларов дәғүәселәр ҡапҡаһына ике туп индерҙе. Тағы ла бер голды үҙ иҫәбенә Владислав Камилов яҙҙы. Шулай уҡ итеп Башҡортостан командаһы 3-2 иҫәбе менән еңеү яуланы.
Был уңыштан «Өфө» футболсылары 8 мәрәй туплап турнир таблицаһының 11-се баҫҡысына күтәрелде. Киләһе турҙа Алексей Стукалов тәрбиәләнеүселәре 25 сентябрҙә Мәскәүҙә «Спартак» менән осраша.