Граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлап

Өсөнсө көн республикала һайлау барышын күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабы колл-үҙәге эшләй. Телефон аша мөрәжәғәттәрҙе юристар ҡабул итә. Шылтыратыуҙар бушлай. Халыҡты борсоған көнүҙәк мәсьәләләр менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

2016 йылда Башҡортостанда һайлау барышын күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабы колл үҙәге ойошторолғайны. Быйылғы сәйәси кампания ла иғтибар үҙәгендә. 17 сентябрҙән алып алтмыштан ашыу шылтыратыу ҡабул ителгән. Белгестәр бигерәк тә Өфөләрҙең әүҙем булыуын билдәләй.

Халыҡтан килгән мөрәжәғәттәр башлыса төп тема һайлауҙарға ҡағыла. Әйтәйек, Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Нефтекамала йәшәүселәрҙе һайлау участкаларының адресы, эш режимы ҡыҙыҡһындыра. Шулай уҡ тауыш биреүгә ниндәй документтар талап ителеүен һорайҙар. Бынан тыш, граждандар ҡайһы бер һайлау урындарында башҡорт телендә бюллетендәр булмауын, санитар-эпидемиологик талаптарҙың тейешенсә үтәлмәүен дә иҫкәрткән.

Колл-үҙәктә дүрт юрист эшләй, улар телефон аша халыҡҡа хоҡуҡтарын аңлата, һәр осраҡ буйынса һайлау участкалары менән бәйләнешкә сығалар. Бәхәсле мәсьәләләрҙе урында уҡ хәл итеү маҡсаты менән һәр районда мобиль төркөмдәр булдырылған. Әйткәндәй, колл-үҙәк белгестәре бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы сайтын да алып бара. Ике көн эсендә генә порталда Башҡортостандан алты меңгә яҡын мөрәжәғәт ҡалдырылған.

Уҙған ике көндә колл-үҙәк хеҙмәткәрҙәре иртәнге сәғәт һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем шылтыратыуҙар ҡабул иткән. Бөгөн Берҙәм тауыш биреү көнөндә эш ваҡыты оҙайтылған, мөрәжәғәттәрҙе киске туғыҙғаса ҡалдырырға була. Телефон һандары экранда күрһәтелгән.

Гөлназ Хәйбуллина