Хәйбулла районында 60 һайлау участкаһы эшләй

Исемлектәрҙә 23 мең самаһы һайлаусы теркәлгән. Ғәҙәттәгесә, республиканың көньяғы һайлауҙа әүҙем ҡатнаша. Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа тауыш биреү барышын БЮТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин күҙәтә.Ул әле студия менән тура бәйләнештә. Хәйерле көн Рафиҡ. Төбәктә һайлау нисек ойошторолған?

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республиканың көньяҡ райондары һайлауҙа йылдағыса әүҙем ҡатнаша.Тауыш биреүҙең тәүге ике көнөндә Хәйбулла районында электораль әүҙемлек 60 процент самаһы. Был һандар әлбиттә урындағы һайлау комиссияларының эште ойоштороу күрһәткесе лә. Мәҫәлән Хәйбулла районының 3203-се һайлау участкаһында тауыш бирергә килеүселәр өсөн махсус рәүештә концерт ойошторолған. Участка һайлау комиссияһы рәйесе Азамат Бохарбаев әле минең әңгәмәсем.

Азамат Ғәлиевич һайлауҙың тәүге ике көнө һеҙҙең участкала нисек үтте. Белеүебеҙсә пандемия шарттарында тауыш бирәбеҙ.Һайлаусылар участкаға икеләнмәйенсә килһен өсөн нимәләр эшләнә.

Рафиҡ Әхмәтшин