Һайлау участкалары эшен күҙәтеү штабы 17 сентябрҙә асылды һәм бөгөн төнгә тиклем үҙ эшен дауам итәсәк. Бында йәмәғәт палатаһы ағзалары, юристар һәм ирекмәндәр ҙур экрандар аша бер юлы 48 һайлау участкаһын күҙәтә ала. Йәмәғәт үҙәгендә БЮТ каналының ижади төркөмө лә эшләй. Теманың дауамы БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРеспубликала беренсе тапҡыр һайлау барышын күҙәтеү буйынса йәмәғәт үҙәге ойошторолдо. Һайлау көндәрендә махсус үҙәк тәүлек әйләнәһенә асыҡ. Штаб Өфөлә Башҡорт дәүләт академия драма театры бинаһында урынлашҡан. Видеокүҙәтеү системаһы һайлау участкаларын контролдә тоторға, бөтә эшмәкәрлек менән реаль ваҡытта танышып барырға мөмкинлек бирә.
Әлеге ваҡытта күҙәтеү эшенә 14 кеше йәлеп ителгән. Улар араһында юристар, йәмәғәт палатаһы ағзалары бар. Һайлауҙың тәүге көндәрендә йәмәғәт штабы эшендә сит ил белгестәре лә йәлеп ителгән. Бөйөк Британия, Словакия, Германия вәкилдәре һайлауҙың асыҡ һәм ғәҙел ойошторолоуын тикшереүҙә ҡатнашты.
Штаб эше республика райондарында ла ойошторолдо. Һайлау барышында ниндәйзер аңлашылмаған һорауҙар йәки ҡағиҙә боҙоу осраҡтары теркәлгәндә йәмәғәт штабының мобиль төркөмө ваҡиға урынына барып мәсьәләне хәл итергә ярҙам итте.
Йәмәғәт штабында һайлауҙар барышын республикала йәшәүсе һәр кем күҙәтә ала. Бының өсөн 12 сәғәт алдан рәсми сайтҡа ғариза ебәреү талап ителә. Бөгөн төш ваҡытынан һуң заявкалар ҡабул итеү тамамланасак. Киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт палатаһы һәм партия ағзалары штабҡа заявкаһыҙ ҡабул ителә. Граждандар ҙур экрандар аша бер юлы 48 һайлау участкаһын күҙәтә ала.
Флорида Ким