Байрамға барған кеүек – һайлауға

Хәйбулла районы Атингән ауылында Дәүләт Думаһына депутаттары өсөн тауыш биреү күркәм сараға әйләнде.Урындағы мәҙәниәт йортонда ойошторолған участкала ауыл хужалығы тауарҙары йәрминкәһе ойошторолдо.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Тауыш биреп сыҡҡандан һуң халыҡ Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә ҡуйылған мемориал биләмәһен тәртипкә килтерҙе. Атингәндә һайлау барышын БЮТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин күҙәтте.

3209-сы һайлау участкаһында тауыш бирергә килеүселәрҙе гармун моңдары ҡаршылай.Һайлау төбәктә элек-электән ойошҡан үтә.Участкала 400 гә яҡын һайлаусы теркәлгән. Гражданлыҡ хоҡуғын ҡулланыусылар өсөн бөтә уңайлыҡтар ҡаралған.

Етенсе тиҫтәһен ваҡлаған Ишбирҙе Азаматов үҙ ғүмерендә бер генә һайлауҙы ла ҡалдырғаны булмаған.Йәкшәмбе тауыш бирергә күнеккән.Ауыл аҡһаҡалы һайлауҙың әһәмиәтен яҡшы аңлай.

Миңъямал Мөхәмәтйәнова һайлауға ла гармун менән йөрөй.Ауылдаштары уның моңло тауышын үҙ итә.Был юлы ханым йәрминкәгә үҙ ҡулдары менән әҙерләгән һөт ризыҡтарын да алып килгән.

Һайлау ауыл халҡын берләштереү сараһы ла.Гражданлыҡ хоҡуғын ҡулланғандан һуң тауыш биреүселәр Бөйөк Ватан һуғышында башын һалған яҡташтар иҫтәлегенә ҡуйылған мемориалды тәртипкә килтерҙе.

Йыр йәшәргә һәм һайларға ярҙам итә Атингән ауылы халҡы.Шуға ла тауыш биреү көнө төбәктә ҙур байрам итеп ойошторолған.Тимәк киләсәккә өмөттәр ҙә яҡты.

Рафиҡ Әхмәтшин