Республикала «Рәхмәт» акцияһы дауам итә. Һайлаусылар магазиндарҙа, мәҙәни һәм күңел асыу урындарында ташламалар менән файҙалана ала. Ошондай махсус акция Салауат ҡалаһында ла ойошторолған.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБынан тыш, гражданлыҡ бурысын үтәүселәргә махсус беләҙек бирелә. Уның менән төрлө хеҙмәттәргә һәм тауарҙарға ташлама алырға мөмкин. Республикала һайлау барышы хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова
Театрға 100 процентлыҡ ташлама менән. Һайлауҙың өс көнөндә лә «Рәхмәт» акцияһы дауам итә. Был акция Салауат ҡалаһынан тыш, Өфө, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Октябрьский, Нефтекама, Благовещен, Бөрө, Сибай ҡалаларында һәм дүрт районда үтә.
Баймаҡ районының Түбә ауылында һайлауҙар байрам төҫөн алған. Урындағы ағинәйҙәр ойошмаһы концерт номерҙарын әҙерләһә, йәштәр волейбол уйынында таһыллығын һанай..
Райондың һәр бер ауылында тәүге булып һайларға килеүсегә бүләктәр әҙерләнгән. Иртә менән һайлауҙа ҡатнашған Юлай Мансуров бындай бүләккә эйә булды.
Һаҡмар ауылында йәшәүселәрҙең 58-нән өйҙә һайлау өсөн ғариза ҡабул ителгән. Улар араһында мөмкинлектәре сикләнгән, оло йәштәге граждандар һәм йәш балалы әсәләр. Бөгөн уларҙың һәр ҡайһыһы гражданлыҡ бурысын үтәгән.
Республикангың иң төпкөл ауылдарында ла тауыш биреү әүҙем бара. Һәр һайлаусының тауышы ҡәҙерле, шуға күрә һайлау участкаларның күсмә һайлау бригадалары юлһыҙ ерҙән тиҫтәләгән саҡрым үткән. Улар Белорет районының Баҡый һәм Егәҙе ауылдарында ла эшләй.
Баҡый ауылында исемлек буйынса 98 һайлаусы теркәлгән. Быға тиклем халыҡҡа телефон аша шылтыратып заявка ҡалдырырға һәм комиссия ағзаларын өйҙә ҡабул итергә тура килгән. Быйыл хәүефһеҙлек талаптарын үтәү маҡсатында тауыш биреү шарттары үҙгәртелгән.
Егәҙе ауылының 1320-cе участкаһында 393 гражданин теркәлгән. Уларҙың 40 ашыуына күсмә урналар ярҙамында тауыш бирә.
Хәйбулла районында һайлауҙарҙа 60 тауыш биреү участкаһыэшләне. Бында һайлаусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн барлыҡ шарттар булдырылған.
Татыр Үҙәктәге һайлауҙа өлкән быуын вәкилдәре лә әүҙемлек күрһәткән. Улар араһында Шәфиға Халиҡова кеүек йөҙйәшәрҙәр ҙә бар.
Хәйбулла ерендә 488 егет һәм ҡыҙ һайлауҙа беренсе тапҡыр ҡатнашҡан. Улар араһындаБайғусҡар ауылынан гражданлыҡ бурысын тәүгә үтәгән Гөлдәриә Баймырҙина ла бар.
Тәүге ике көндәге бюллетендәр сейф-пакеттарға һалынып, камера күҙәтеүе булған шкафтарҙа һаҡланған. Ураналарҙағы бюллетендар сейф-пакеттарға күҙәтеүселәр алдында һалынасаҡ, ә коибтарҙағы бланктар сейф-пакеттарға алынмаясаҡ. Һайлау һуңында барлыҡ бюллетендәр ҙә дөйөм тауыш биргәндә иҫәпкә алынасаҡ.
Башҡортостандың үҙәгенә күҙ һалһаҡ, Әлшәй райнында 49 һайлау участкаһы эшләгән. Иртә менән гражданлыҡ бурысын үтәргә башлыса оло йәштәгеләр килгән. Раевка ауылының һайлау урындары эргәһендә Сәләмәтлек көнө уҙғарылған. Унда мәктәп уҡыусылары спорт ярыштарында һәм мауыҡтырғыс уйындарҙа ҡатнашҡан. Республика ҡала һәм райондарында ойошторолған сәйәси акция эшлекле, тыныс шарттарҙа үтә.
Гүзәл Борханова