Ул яҙыусының тыуыуына 230 йыл тулыуға арнала. Халыҡ-ара Аксаков көндәре сиктәрендә Башҡорт дәүләт университетында “Славян этностары” тип аталған фәнни конференция үтә. 24 сентябрҙә республиканың бөтә мәктәптәрендә Аксаков дәрестәре уҙғарыла. Шулай уҡ Сергей Аксаков исемендәге Бөтә Рәсәй әҙәбиәт премияһы лауреаттарын тәбрикләү тантанаһы була. Өфө ҡала хакимиәте иһә әҙип исемендәге студенттар премияһын тапшыра.