Өфөлә электромобилдәр өсөн иң ҡеүәтле заправка асылды

Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан электрзаправкаһында заманса транспортты 20 минут эсендә зарядлау мөмкин. Яҡын киләсәктә электромобилдәр һанын арттырып, экологияны хәстәрләү өсөн йүнәлтелгән программаға ярашлы баш ҡалала тағы ла ике станция асыласаҡ. Йыл аҙағына тиклем Өфөлә электромобилгә заряд биреү бушлай ойоштороласаҡ.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Был электростанция төбәктә иң шәп һәм иң ҡеүәтле заряд биреү станцияһы буласаҡ. Бушлай станция хеҙмәте төбәк юлдарында электромобилдәргә йәшел ут асыу өсөн ойошторолдо. Минеңсә, алдағы йылдарҙа байтаҡ ҡулланыусылар электромобилдәргә күсеп ултырасаҡ.

Сергей Савченко, «БЭСК» ойошмаһы директорының электр сымдары хеҙмәте буйынса урынбаҫары

Флорида Ким