Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы протоколдарҙың 98 процентын эшкәрткән

5 процентлыҡ сикте өс сәйәси партия үткән. Иң юғары күрһәткес «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһендә - 67,45 процент. Унан һуң коммунистар менән либерал-демократик партиялар килә. Һайлаусыларға килгәндә, Башҡортостанда йәшәүселәрҙең яҡынса 73 проценты гражданлыҡ бурысын үтәгән.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ғәҙәттәгесә, Салауат, Благовар, Тәтешле райондары, Салауат Сибай, Октябрьский ҡалалары халҡы әүҙемлек күрһәткән. Төбәктең Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко билдәләүенсә, төбәктә йәшәүселәрҙән мөрәжәғәттәр ҙә күпләп килгән. Уларҙың һаны ярты меңгә еткән, бер һорау ҙа яуапһыҙ ҡалдырылмай.

Гөлназ Хәйбуллина