Өфөнөң Затон биҫтәһендә урынлашҡан Евразия агропаркында мәсет асылды

Мәсет асыу тантанаһында Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе баш мөфтөй Тәлғәт Сафа улы Тажетдин ҡатнашты. Азия илдәренән Башҡортостанға килеп йәшелсә-емеш менән сауҙа итеүселәр беренсе тапҡыр эш урындарына яҡын урынлашҡан иман йортонда йома намаҙын уҡыны. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Тантаналы шарттарҙа ҡыҙыл таҫмалар киҫелә. Быға тиклем агропаркта эшләүселәр ғибәҙәтте бәләкәй генә бүлмәлә ҡылһа, хәҙер изге ғәмәлде заманса ремонт үткәрелгән мәсеттә үтәйәсәктәр. Мосолмандар уңайлыҡтары өсөн келәмдәр махсус рәүештә Бохаранан ҡайтартылған.

Мәсетте төҙөүгә ярты йылдан ашыу ваҡыт сарыф ителгән. Төҙөүселәр һәм эске биҙәү эштәрен башҡарыусы оҫталар урта азия вәкилдәре. Улар мәсет төҙөүҙә ихлас күңелдән һәм бушлай ҡатнашҡан. Евразия агропаркын ойоштороусыларҙың береһе Мозафар Рәхимов был мәсетте төҙөүсе төп бағыусыларҙың береһе. Иман йорто иң беренсе нәүбәттә сауҙа өлкәһендә эшләүселәр уңайлыҡтары өсөн эш урындары биләмәһенә яҡын урынлашҡан.

Затон биҫтәһендәге мәсет биш мең квадрат метр майҙанды биләй. Бөгөн унда 700 яҡын мосолман йома намаҙына йыйылды. Иман йортон асылыу тантаналары пандемияға бәйле барлыҡ һаҡлыҡ сараларын үтәп башҡарылды.

Затон биҫтәһенең халыҡтар дуҫлығы урамында сылған мәсеттә 500 мосолман ғибәҙәт ҡыла ала. Был мәсеткә сауҙа өлкәһендә эшләүсе 92 милләт вәкиле йөрәйәсәк тип көтөлә. 2200-сө мәсет халыҡты иманға саҡырып, мосолмандар араһында дуҫлыҡ, ярҙамсыллыҡ, ихласлыҡ тойғоларын үҫтерәсәк тип көтөлә.

Гүзәл Борханова