Кадеттар «Первушин» аэродромы күген яулай

Республиканың хәрби урта мәктәптәрендә белем алыусылар самолет менән идара итергә өйрәнә. Осоу практикаһы Өфөнөң бәләкәй авиация уҡыу-уҡытыу методика үҙәге отҡан грант ярҙамында тормошҡа ашырыла. Буласаҡ пилоттарҙың тәьҫораттары һәм уларҙың тәүге осоу дәрестәре хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙма.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Штурвал артына ултырыр алдынан кадеттар һауа суднолары, элемтә, навигация һәм авиация хәүефһеҙлеге менән таныша. Картала ентекле маршрут төҙөү - үҙаллы осоуға әҙерлек.

Өфөнөң бәләкәй авиация уҡыу-уҡытыу методика үҙәге икенсе йыл рәттән “Осоу практикаһы – күк йөҙө ҡыйыуҙар өсөн” проектын ғәмәлгә ашыра. Быйыл үҙәк Президент гранттары фонды конкурсын еңеп, 4 миллион 600 мең һумлыҡ субсидияға эйә була. Был аҡсаға авиация гарнитуралары, ҡолаҡсындар, радио станцияһы һәм башҡа приборҙар һатып алына. Быға тиклем осоу практикаһын ата-әсәләр, йәки хәйриә фондтары йыйған аҡсаға үткәрергә тура килгән. Грант был тәжрибәне кадеттар өсөн бушлай үҙләштерергә мөмкинлек бирә.

Проекттың тәүге этабы августа ойошторолғайны. Унда Өфө, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Октябрьский ҡалалары, Татарстан республикаһы һәм Ырымбур өлкәһенән тиҫтәләгән егет уҡыуҙар үткән. Сентябрь дауамында практик дәрестәр ҡаралған. Тәүгеләрҙән булып 250 килограмлыҡ “Саванна” самолеттарында Мәләүез кадет корпусы тәрбиләнеүселәре һауаға күтәрелде. Тәүге осоуҙа буласаҡ пилоттар аэродром һәм уның эргәһендәге ер менән танышһа, аҙаҡ уларға аныҡ бурыстар ҡуйыла.

Пилоттарға яҡынса етешәр сәғәт осорға тура килә. Иң мөһиме үҫмерҙәрҙең һәләтен асыу һәм уны үҫтереү, ти улар. Күнекмәләр ваҡытында Өфө районы диспетчерҙары бәйләнешкә сыҡты. Эргәнән санитар авиацияһының вертолеты үтеүгә бәйле, пилоттарға бейеклекте үҙгәртеү буйынса күрһәтмәләр бирелде.

Беҙ ултырған самолет менән идара итеүсе Владислав 45 минут эсендә 400-500 метр бейеклеккә күтәрелеп 120 километр арауыҡты үтте. Ергә имен ултырғандан һуң, буласаҡ пилот тәьҫораттары менән бүлеште.

Киләһе айҙа “Первушин” аэродромында кадеттар, уларҙың ата-әсәләре һәм уҡытыусылар өсөн йомғаҡлау сараһы уҙғарыласаҡ. Практиканы яҡшы үткәндәргә осоу кенәгәһе тапшырыласаҡ. Документ юғары хәрби уҡыу йорттарына инергә мөмкинлек бирә.

Әлфинә Килдейәрова