Башҡортостан халҡының һайлау мәҙәниәте юғары

Был турала республика етәксеһе Радий Хәбиров билдәләне. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, протоколдар яҡынса 98 процентҡа эшкәртелгән. Төбәк буйынса «Берҙәм Рәсәй», коммунистар һәм либерал-демократтар партиялары лидерлыҡ һаҡлай. БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Өс көн дауам иткән һаулау барышында Башҡортостанда өс меңдән ашыу һайлау участкаһы эшләне. Граждандарға дауахана, шифахана, тимер юлы вокзалында, ҡарттар йорттарында, хатта, өй шарттарында ла тауыш биреү мөмкинлеге бирелде.

Дөйөм алғанда, сәйәси кампанияла ике миллиондан ашыу кеше ҡатнашҡан. Оператив кәңәшмә барышында Радий Хәбиров республикала йәшәүселәрҙә юғары һайлау мәҙәниәте булыуын билдәләп, ойоштороусыларға ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, бюллетендәрҙең 98 проценттан ашыуы эшкәртелгән. Төбәктә ун дүрт сәйәси партияның тик өсәүһе генә биш процентлыҡ сикте үткән. «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе өсөн һайлаусыларҙың яҡынса 67 проценты тауыш бирһә, коммунистар 14,76, либерал-демократтар 7,77 процентҡа ирешкән.

Яҡынса һөҙөмтәләр буйынса Бер мандатлы һайлау округы буйынса ла «Берҙәм Рәсәй» партияһы өҫтөнлөк алды, Дәүләт Думаһына индереләсәк исемлектә «Граждандар платформаһы» партияһы вәкиле лә бар.

Башҡортостанда һайлау хоҡуғына эйә граждандарҙың етмеш проценттан ашыуы тауыш биреүҙә ҡатнашҡан. Был ил кимәлендә юғары күрһәткес.

Ғәҙәттәгесә, Салауат, Благовар, Тәтешле райондары, Салауат, Сибай һәм Октябрьский ҡалалары халҡы әүҙемлек күрһәткән.

Дәүләт Думаһы составын билдәләүҙән тыш, республикала Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға ла өс округ буйынса өҫтәмә һайлау үтте. Халыҡ һайланыусылары тип Башҡортостанда балалар хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова, сәйәсмән Заһир Хәкимов менән шашка буйынса ете тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина билдәләнде

Башҡортостанда сәйәси кампанияны асыҡ һәм ғәҙел ойоштороу буйынса тәүге тапҡыр Йәмәғәт күҙәтеүе үҙәге булдырылды. Видеокүҙәтеү системаһы һайлау участкаларын тәүлек әйләнәһенә контролдә тоторға мөмкинлек бирҙе. Халыҡ менән телефон аша бәйләнеш тә булдырыла. Өс көн эсендә штаб ҡарамағындағы колл-үҙәккә йөҙгә яҡын мөрәжәғәт ҡабул ителә.

Һайлау коронавирус пандемияһы шарттарында үтте. Участкаларҙа санитар-эпидемиологик талаптар үтәлеше етди күҙәтеүгә алынды. Тап сир таралыуға юл ҡуймау маҡсатында тауыш биреү ваҡыты ла өс көнгә билдәләнә. Әйткәндәй, Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә, сәйәси кампанияға йомғаҡ 24 сентябрҙә яһаласаҡ.

Гөлназ Хәйбуллина