Фажиғә Бүздәк районында булған. Иҫке Шығай ауылында йорт янған. Утты һүндергәндән һуң өлкән йәштәге ир һәм ҡатындың кәүҙәһе табылған. Янғын сәбәптәрен асыҡлау буйынса эш алып барыла, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Республика идаралығынан.