Башҡортостанда социаль предприятиелар һаны артҡан. Хөкүмәт ултырышында социлаь эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы мәсьәләһе ҡаралды. Бер йылда бындай компаниялар һаны 123-кә күбәйгән. Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, социаль эшҡыуарҙар йәмғиәт өсөн көнүҙәк йүнәлештәрҙә эш алып бара. Мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн эш урындары булдырыу, кәрәкле тауарҙар етештереү, өҫтәмә белем биреү кеүек йүнәлештәргә өҫтөнлөк бирелә. Социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереү хөкүмәт алдындағы төп бурыстарҙың береһе, тине Премьер-министр.