Йорттарҙы йылытыу буйынса шылтыратып белешергә мөмкин

Өфөлә йорттарҙы йылытыу мәсьәләһе буйынса шылтыратыуҙар ҡабул итеү үҙәге булдырыла. Ул иртәгә асыла. 277-09-11 һандарына шылтыратырға кәрәк. 16 сентябрҙән социаль объекттар йылыта башлаған, 19 сентябрҙән ҡайһы бер йорттарға йылы бирелгән. Был аҙнала һауа температураһының күтәрелеүе көтөлә. Йылытыу миҙгелен башлау тураһында ҡарар һауа торошона бәйле ҡабул ителә, тип белдерелде бөгөн ҡала хакимиәтендә оператив кәңәшмәлә.