Башҡортостанда быйыл тыуған сабыйҙарға ҡушылған үҙенсәлекле исемдәр иғлан ителде. Малайҙар араһында Гордей, Амур, Алихан, Зафар, Клим, Демид, Леван, Леон, Радель тигәндәре аталды. Ҡыҙҙарға Афина, Ранелия, Астра, Теона, Микелла, Иветта тигән үҙенсәлекле исемдәр бирелгән, тип хәбәр итәләр Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетынан.