Уҡытыусыларҙың күбеһе коронавирустан прививка алған

Башҡортостанда педагогтарҙың 84 проценты коронавирустан прививка эшләткән. Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдереүенсә, ҡайһы бер райондарҙа был һан 100 процентҡа етә, айырым муниципалитеттарҙа уҡытыусыларҙың яртыһы ғына вакциналанған. Республика башлығы Радий Хәбиров был йүнәлештә эште яҡшыртырға ҡушты.