Рөстәм Ишмөхәмәтов: "Башҡортостан халҡы реаль эштәр һәм тотороҡлоҡ өсөн тауыш бирҙе"

Башҡортостан халҡы реаль эштәр һәм тотороҡлоҡ өсөн тауыш бирҙе. Шулай тип иҫәпләй Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай вице-спикеры, “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов. 8-се саҡырылыш Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙа конкуренция көслө булды, тигән фекерҙә ул.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Федераль парламент менән даими хеҙмәттәшлек итә. Дәүләт Думаһының яңы һайланған депутаттары менән дә тығыҙ бәйләнештә эшләргә ниәтләйбеҙ, тине Рөстәм Ишмөхәмәтов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау бюллетендәренең 100 проценты эшкәртелде. Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә, парламентҡа 5 процент сикте үткән 5 партия вәкилдәре инә. "Берҙәм Рәсәй" 49 проценттан күберәк тауыш алды. “КПРФ”ты 19 процентҡа яҡын электорат һайланы. “ЛДПР” һәм "Ғәҙел Рәсәй"гә 7 проценттан ашыу тауыш биргәндәр. Парламентҡа шулай уҡ "Яңы кешеләр" партияһы вәкилдәре инә.