Электрон ҡултамғаға нисек эйә булырға?

Башҡортостан эшҡыуарҙары иҡтисадты һанлы форматҡа үҙгәртеү буйынса белемдәрен камиллаштырҙы. Конференция «КЭП-гид» акцияһы сиктәрендә ойошторолдо. Белгестәр әйтеүенсә, бөгөнгө заманды электрон ҡултамғаһыҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Сөнки ул дәүләт хеҙмәттәрен «һанлаштырыу»ҙың мөһим этабы булып тора. Ситтән тороп документтар тапшырғанда бындай алым йүселдәрҙең һәм нотариустарҙың эшмәкәрлеген ябайлаштырырға ярҙам итә. Электрон ҡултамға менән файҙаланыу өсөн һалым органына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Эшҡыуарҙар киләһе йылдан был хеҙмәт менән бушлай тәьмин ителәсәк.

Илдар Байбулатов