Республика ғалимдары 90 миллион грант отҡан

Башҡортостан ғалимдары генетик тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн 90 миллион һум күләмендә федераль грант отҡан.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡорт дәүләт университеты Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге менән берлектә омикс- технологиялар булдырыу өҫтөндә эшләйәсәк. Ул Евразия Милли мәғариф үҙәге проекттарына инә.

Өфөлә биомәғлүмәт анализдар үҙәге асыу күҙаллана. Ғалимдар төбәктәге күп быуатлыҡ этник үҙенсәлектәрҙең, тирә-яҡ мөхиттең гендарға, нәҫел ауырыуҙарына тәьҫирен өйрәнәсәк. Был тикшеренеүҙәр сирҙәрҙең килеп сығыу сәбәптәрен асыҡлау һәм яңы препараттар булдырыуҙа ярҙам итәсәк.

Грант программаһы буйынса йыл һайын эшләйәсәк планыбыҙ бар. Рәсәй фәндәр академияһының Биохимия һәм генетика институты базаһында булдырылған кластерҙа ун мең студентҡа геном тикшереүҙәр үткәреләсәк.

Наталья Екомасова, Башҡорт дәүләт университеты генетика һәм фундаменталь медицина кафедраһы доценты

Биохимия, генетика һәм биотехнологияларҙың заманса проблемалары Өфөлә өсөнсө Бөтә Рәсәй ғилми кәңәшмәһендә ҡарала. Форумға сит ил вәкилдәре лә саҡырылған.

Рәмилә Исмәғилева