Яҡташыбыҙ Илнур Хәйруллин «Музыканың тылсымлы тын алышы» фестивалендә еңеү яуланы

Мәскәүҙән Гран-при менән! Башҡортостандан Илнур Хәйруллин «Музыканың тылсымлы тын алышы» фестивалендә еңеү яуланы. Рәсәй халыҡтарының үҙенсәлеген һәм мәҙәни берҙәмлеген күрһәткән конкурс Мәскәүҙең милләттәр йортонда үтте.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Төбәк-ара бәйгелә Башҡортостандан тыш, Тыва, Алтай, Бүрәт һәм Саха -Яҡут республикаларынан виртуоз-варгансылар ҡатнашты. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса яҡташыбыҙ Илнур Хәйруллин Гран-При яуланы.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың уҡыусыһы. Фестиваль еңеүсеһе бөгөн иртән «Сәләм» тапшырыуында ҡунаҡта булды. Уның билдәләүенсә, «Бүреләр һунары» тип аталған музыкаль әҫәр 2016 йылда «Урал моңо» конкурсы өсөн яҙылған булған.

Илдар Байбулатов