Был предприятие беҙҙең өҫтөнлөклө инвестиция проекттарының береһе. Унда өс меңгә яҡын кеше эшләй. Алдағы йылдарҙа модернизация өсөн 1 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтеү маҡсаты ҡуйыла. 2030 йылға тиклем Бәләбәйҙәге предприятиела автомобилдәр өсөн деталдәр эшләү күләме ике тапҡырға артыуы көтөлә, тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.