Башҡортостанда планлы диспансеризация һәм профилактик тикшереүҙәрҙе туҡтатып торалар. Коронавирус менән ауырыусылар һаны артыуға бәйле шундай ҡарар ҡабул ителгән. Медицина тикшереүҙәре ике аҙнаға кисектерелде. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, табиптарҙың эше кәмей, улар иғтибарҙы коронавирус менән ауырыусыларҙы дауалауға йүнәлтә.