Республика юлдарын 911 камера күҙәтә

Башҡортостан юлдарында камералар күп. Әле республика юлдарында 911 ошондай аппарат урынлаштырылған. Һандар  буйынса Башҡортостан ил төбәктәре араһында 7-се урында. Иң күп камералар күрше Татарстанда. Унда 4 мең 600-ҙән ашыу аппарат юлдарҙы күҙәтә.