24 сентябрҙә баш ҡалаға сүп-сар ташыусы машиналар колоннаһы килә. Ойоштороусылар һәр төбәктә байтаҡ саралар планлаштырған. Экология дәрестәре барышында уҡытыусылар көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйыу тураһында һөйләй. Ошондай дәрестәрҙең береһе ҡаланың 3-сө гимназияһында уҙғарыла. Акция барышында "Торатау" конгресс-холы майҙанында сүп-сар йыйыусы автомобилдәр һәм башҡа техника күргәҙмәһе һәм иҫке тәгәрмәстәр йыйыу ойошторола. "Таҙа ил" акцияһында Рәсәйҙең 11 ҡалаһы ҡатнаша.