Туған телгә һөйөү менән: БДУ-ла яңы ғилми йыйынтыҡ донъя күрҙе

Башҡорт дәүләт университетында республиканың төньяҡ-көнбайыш райондары диалектына бағышланған йыйынтыҡтың исем туйы үтте. 

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡортостан башлығы гранты ярҙамында донъя күргән китапта эҙләнеү эштәре барышында тупланған мәғлүмәт индерелде. Тарихи әҙәбиәтте, ҡобайырҙарҙы, риүәйәттәрҙе, фольклор текстарҙы, иртәктәрҙе төплө өйрәнгән йыйынтыҡ 19 район вәкиленә бүләк ителде.