300-ҙән ашыу кеше йәнә коронавирус йорторған

Пандемия башланған көндән Башҡортостанда дөйөм күрһәткес 64 мең осраҡҡа яҡынлай. Уҙған тәүлектә хәүефле сир 18 замандашыбыҙҙың ғүмерен ҡыйған. Үлем һаны мең ярымға етеп килә. Дауаханаларҙа әле 680 пациент дауалана, уларҙың 48 ауыр хәлдә, тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһында 15 кеше.

Сирҙең ауыр эҙемтәләренән һаҡланыуҙың берҙән-бер юлы вакцина ҡаҙатыу. Уҙған тәүлектә республикала 7 мең тирәһе кеше прививка эшләткән. Миллион 148 меңдән ашыу замандашыбыҙ вакциналауҙы тулыһынса тамамлаған. Башҡортостанға килтерелгән вакцина дозалары күләме миллион ете йөҙ мең самаһы.

Рафиҡ Әхмәтшин