Был сара республикала коронавирус йоҡтороусылар һаны артыуға бәйле. Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте мәктәп һәм балалар баҡсалары буйлап рейдҡа сыҡты. Белгестәр белем усаҡтарында коронавирусты таратыуға юл ҡуймау, балаларҙың сәләмәтлеген һаҡлау тәртибен тикшерә. Инфекция мәктәп һәм мәктәпкәсә учреждениеларға үткәнме? БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова белеште.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтТемпература үлсәү һәм ҡулдарҙы антисептик менән эшкәртеү. Икенсе йыл рәттән һәр уҡыусының иртәһе ошо рәүешле башлана. Һәр хәлдә Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте ҡуйған талаптарға ярашлы башланырға тейеш. Талаптарҙың үтәлеү-үтәлмәүен тикшереү маҡсатында тармаҡ хеҙмәткәрҙәре белем усаҡтарында рейд ойошторҙо.
Өфөнөң 22-се мәктәбендә меңдән ашыу бала белем ала. Иртәнсәк барыһы ла бер ишек алдында йыйылмаһын өсөн, уларға дүрт ерҙә инеү-сығыу урыны ҡаралған. Дәрестәр ҙә бер кабинетта ғына үтә, төрлө предметтар буйынса уҡытыусылары бүлмәләр буйлап үҙҙәре йөрөй.
Уҡытыусы һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәренән айырмалы рәүештә, балаларға битлектә булыу - мотлаҡ түгел. Өфөнөң 22-се мәктәбендә коронавирусҡа ҡаршы саралар үтәлә, етешһеҙлектәр асыҡланманы.
Ковидҡа ҡаршы талаптарҙы балалар баҡсалары тәрбиәселәре лә үтәргә бурыслы. Даими рәүештә бүлмәләрҙе зарарһыҙландырыу һәм елләтеп тороу ғына етмәй. Тәртип ингән урында ғына түгел, ә өйҙә үк башланырға тейеш, тип иҫәпләй ата-әсәләр.
Бөгөндән Башҡортостандың 12 районында мәктәптәр ситтән тороп уҡыуға күсерелә. Яҡынса мәғлүмәт буйынса дистанцион формат ике аҙнаға һуҙылыуы ихтимал. Был саралар КОВИД-19 вирусы таралыуын иҫкәртеү маҡсатында күрелә.
Хәлде тотороҡландырыу тәҡдиме менән Башҡортостан мәғариф һәм фән министрлығына Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү федераль хеҙмәте идаралығы мөрәжәғәт иткән. 5-сенән алып 8-сегә тиклем һәм 10-сы синыф уҡыусыларын ситтән тороп уҡытыуға күсереү мәсьәләһе тиҙ арала хәл ителергә тейеш.
Барлыҡ мәктәп уҡыусылары иҫәбенән алғанда онлайн форматҡа 4 проценттан ашыу уҡыусы күсә. Был сара республикала коронавирус йоҡтороусылар һаны артыуға бәйле күрелә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала тәүлегенә 300-ҙән ашыу яңы осраҡ теркәлә.
Әлфинә Килдейәрова