Башҡортостандың мәҙәни учреждениеларында Ковид - 19 сирен таратмау өсөн сикләүҙәр көсәйтелә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБашҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Мәҙәниәт министрлығы вәкилдәре менән Өфө театрҙары директорҙарының осрашыуы үтте. Кәңәшмәлә эпидемиологик хәлдең көсөргәнешле булыуына бәйле яңы ижад миҙгелендә хәүефһеҙлек сараларын көсәйтеү бурысы ҡуйылды.
Шәхси һаҡланыу сараларын ҡулланыуҙан тыш, тамашасылар вакцина тураһында, йәки прививка яһатырға ярамау хаҡында белешмә күрһәтергә тейеш. Әгәр һуңғы алты айҙа сирләү тураһында белешмә булған осраҡта – уны күрһәтеү шарт.
Сикләүҙәр 27 сентябрҙә ғәмәлгә инә. Талап ителгән документтарҙы күрһәтеү мөмкинлеге булмаһа, һатып алған билеттарҙы кире тапшырырға мөмкин.
Әлфинә Килдейәрова