Бөгөн учреждениеға ваҡытлыса дүрт тиҫтәнән ашыу кеше урынлаштырылған. Берәҙәк тормош алып барыусылар бигерәк тә ҡышҡы осорҙа ярҙамға мохтаж. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтПалаталаш күршеләре ял иткәндә, Валерий Новиков бирелеп китеп китап уҡый. Әммә уның бындай мөмкинлектән мәхрүм ҡалыуы ла ихтимал булған. Берәҙәклек иткән ваҡытында туҡмалған ир тома һуҡыр ҡала яҙған. Бәхеткә, ул ваҡытында республика социаль үҙәгенә эләгә.
Күреү һәләте ҡайтарылған Валерий Новиков хәҙер үҙе үҙәк мәнфәғәттәрен күҙәтә. Урам йыйыштырыша, палаталарҙың береһендә ятҡан инвалид ирҙеҡарарға ярҙамлаша. Учреждениеға килеүселәр бында был дауамында бушлай йәшәй ала. Уларға барлыҡ социаль хеҙмәттәр ҙә бушлай күрһәтелә.
Ҡатын-ҡыҙҙар палатаһында яңғыҙ ултырған Зәлиә Яхина ла социаль үҙәккә рәхәт тормоштан һыйынмаған. Нуриман районында тыуып-үҫкән ҡатын 20 йыл йыл самаһы Яр Саллы ҡалаһының Камаз заводында эшләй. Һуңынан тормош иптәше менән бергә Иглин районында төпләнә. Әммә...
Әлеге ваҡытта үҙәктә ваҡытлыса 43 кеше йәшәй. Күптәре көндөҙ эшләп, кисен ҡунырға ҡайта. Яҡлауға мохтаждарға юридик һәм психологик ярҙам күрһәтелә. Йәшәр урыны булмағандар араһында холоҡ төҙәтеү колонияһынан сығыусылар, риэлтор тоҙағына эләгеп бер нимәһеҙ урамда тороп ҡалыусылар йә бөтөнләй туғандарынан ситләтелеүселәр бар. Социаль үҙәк хеҙмәткәрҙәре ирекмәндәр менән бергә ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға ярҙам итеү өсөн йыш ҡына рейдҡа сыға.
Республика социаль үҙәге етәкселеге мохтаждарға ярҙам итергә теләүселәрҙе Өфөнөң Колгуев урамы, 29-сы йорт адресы буйынса мөрәжәғәт итеүҙәрен һорай.
Азат Ғәлиуллин