#Бегупомогу хәйриә акцияһы сиктәрендә мөмкинлектәре сикләнгән балаларға 1 миллион һумдан ашыу аҡса йыйылған.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт«Ҡаршылыҡтарҙы еңеп»,»Мәрхәмәт», «Үҙенсәлекле балалар»,»Өфө хосписы» хәйриә фондтары тыумыштан ауыр сиргә дусар булған сабыйҙарға реабилитация үтергә ярҙам итә.
Өфө марафонын ойоштороусы Владислав Литвинчук, ҡаланың билдәле меценаттары ярҙамға һәм дауалауға мохтаж булған балаларҙың ата-әсәләре ҡатнашлығында үткән сарала үҙенсәлекле балаларға сертификаттар тапшырҙы. Был сертификаттар уларға бушлай дауаланыу һәм өҫтәмә белем алыу мөмкинлеге бирә.
Сертификатҡа эйә булыусылар араһында ике йәшлек Ислам Ғәлләмов та бар. Тыумыштан мөмкинлеге сикләнгән сабыйға бөгөн «Мәрхәмәт»фондының белем биреү үҙегендә 33 тапҡыр шәхси күнекмәләрҙә шөғөлләнеүгә сертификат тапшырылды.
Гүзәл Борханова