«Салауат Юлаев» хоккейсылары быйылғы миҙгелдә тәүге тапҡыр уңышһыҙлыҡҡа тарыны

Кисә юлаевсылар Череповецта «Северсталь» клубынан 1-2 иҫәбенә отолдо. Уйын башлыса юлаевсылар өҫтөнлөгө менән үтте. Әммә дәғүәселәрҙең ҡапҡа һаҡсыһы Константин Шостак яҡташтарыбыҙҙың бар тырышлығын юҡҡа сығара торҙо. Ә инде берҙән-бер шайбаны осрашыу аҙағында Теему Хартикайнен индерҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Отолоуға ҡарамаҫтан, Башҡортостан командаһы 14 мәрәй менән Көнсығыш конференцияла беренсе урында ҡалды. Иртәгә Томи Ламса дружинаһын тағы ла бер һынау көтә. Санкт Петербургта улар армеецтар менән осраша.