Төркиәнән ҡайта алмаған яҡташыбыҙ Радий Хәбировҡа рәхмәт белдерҙе

Октябрьский ҡалаһынан 27 йәшлек Әлиә Миллер ҡунаҡханала аҡса урлауҙа ғәйепләнә. Шуға уны илдән сығармайҙар. Әлиә Миллер социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, улар яҡшы адвокат тапҡандар.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, Төркиәләге Башҡортостандың Конгресс-бюроһы вәкиле Марат Танһыҡҡужин ярҙамға килгән. Әлиә ғаиләһе менән Антальяла ял иткән. Отель вәкилдәре уны 800 доллар урлауҙа ғәйепләй. Шуға ул ғаиләһе менән һаман да Төркиәлә ҡалырға мәжбүр.